Пресвятая Дева Мария соборы (Минск)
Пресвятая Дева Мария архикафедраль соборы — вилен бароккоһы стилендәге католик кафедраль собор, Белоруссияның Минск ҡалаһында төп католик ҡорам. Минск-Могилев архиепархияһының кафедраль соборы. Архитектура ҡомартҡыһы, Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡиммәттәренең Дәүләт исемлегенә индерелгән. 1700—1710 йылда иезуит монастыры эргәһендә сиркәү һымаҡ төҙөлгән, шунлыҡтан «иезуиттар костёлы» булараҡ та билдәле. Адресы: Азатлыҡ майҙаны, 9-сы йорт.
Read article





